Өфөлә үҫмерҙәр пенсионерҙың машинаһын ҡыуып алып киткән

Your browser doesn't support HTML5 video.

73 йәшлек ир был турала полицияға хәбәр иткән. Автомобиль кис подъезд алдында ҡалдырғандан һуң юҡҡа сыҡҡан. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы патруле машинана баш ҡаланың Вологда урамында тапҡан. Инспекторҙарҙың автомобилде туҡтатыу талабын водитель инҡар иткән.

Патруль автомобилде ҡыуа төшкән. Күп тә үтмәй урланған машина туҡтатылған. Уның салонында бер нисә тапҡыр хөкөм язаһына тарттырылған йәштәр булыуы асыҡлана. Ҡулға алыныусыларҙың береһенә 16, икенсеһенә 17 йәш. Ҡылыҡтарын үҫмерҙәр руль артына ултырып ҡарау теләге менән аңлатҡан. Осраҡ буйынса әле енәйәт эше ҡуҙғатылған.