Краснокама районы Николо-Березовка ауылында Еңеү паркын төҙөкләндереү дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн эшселәр биләмә тротуарҙарын яңыртыу, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ һалыу менән мәшғүл. Юл оҙонлоғо 1200 метр тәшкил итәсәк. Яҡын көндәрҙә ҡырсынташ түшәлеп бөтөү менән асфальт йәйеләсәк.

Төҙөкләндереү эштәре бер-нисә этапта башҡарылыр тип көтөлә. Быйыл инфраструктура тулыһынса яңыртылғас, киләһе йылға сәхнә һәм арт-объект төҙөү ҡаралған. Велосипедта йөрөүселәр өсөн парктан Сулман йылғаһына тиклем махсус һуҡмаҡ һалыу планлаштырылған.

Азат Ғәлиуллин.