Республика театрҙарында премьера алды тамашалары башланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театры репертуары Әнғәм Атнабаевтың әҫәре менән тулыланды.

«Хушығыҙ, хыялдарым» тип исемләнгән драма уҙған быуат ваҡиғаларын – колхоз, ауыл тормошон һүрәтләй. 70-се йылдарҙа яҙылған әҫәр бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған. Шуға ла, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының яңы ижад миҙгелендең төп премьераһы булыр тип көтөлә. Ҡуйыусы-режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин. Ул ҡасандыр үҙе лә ошо спектаклдә төп ролде башҡарған.

Азат Ғәлиуллин.