Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 380 йорт алды биләмәһе комплекслы төҙөкләндерелә. Был маҡсатта 1 миллиард 770 миллион һум йүнәлтелә. Межгорьела программаға өс йорт алды биләмәһе ингән. Сығымдарҙың 94 проценты республика ҡаҙнаһы, 5 проценты урындағы бюджет, 1 проценты күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өлөшө. Эштәр 30 октябргә тамамланырға тейеш.