Рәсәй Президенты Владимир Путин ил хөкүмәте, республика етәкселеге һәм прокуратураға «Башҡортостан сода компанияһы»ның акциялар пакетының төп өлөшөн шәхси ҡулдарға тапшырыуҙың законға ярашлы башҡарылыуын ентекләп тикшерергә ҡушты.
Предприятие шәхси ҡулдарҙа, килем сит илгә сығарыла, үҫешкә инвестициялар юҡ, аҡсалар офшорҙа. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә кәрәк, тине Рәсәй Президенты.