Яңы майҙансыҡ Алафуз театры тарихи бинаһында урынлашҡан. 300 урынлыҡ залдағы креслолар балалар өсөн уңайлы булыуы менән айырыла, оркестр өсөн күтәрмәле механизм ҡуйылған, сәхнә күп функциялы конфигурацияла эшләнгән. Арт-резиденция ижади вуздар һәм урта махсус уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек, актерлыҡ мәктәбе булдырыу мөмкинлеге бирә. Спектаклдәр рус һәм татар телдәрендә ҡуйыласаҡ.