Мөһабәт һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты. Ике республика араһында мәңге ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ символы хаҡында киләһе репортаж.
Урал тауҙары һикәлтәһендә Мостай Кәримдең ғорур образы. Уйға батып, киләсәккә өмөтлө ҡараш ташлаған ул. Татарстандың йөрәге – Ҡазанда асылған һәйкәл шағирҙың тормош юлын һәм ижадын сағылдыра. Бында көрәш, бында тормошҡа һәм бар донъя халҡына һөйөү ярылып ята
Һәйкәлде асыу тантанаһында шағирҙың балалары, ҡәләмдәштәре, билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында монументаль композицияның ике республика араһында мәңге ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ символы булыуын билдәләне
Былтыр Башҡортостанда йөҙ йыллығында Өфөлә Татарстандың халыҡ Шағиры Ғабдулла Туҡайға мөһабәт һәйкәл асылғайны, ниһайәт, Ҡазанда ла байрам атмосфераһы хөкөм итә. Тантаналы сара Татарстандың бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылаған мәлгә тура килде.
Һәйкәл бронзанан ҡойолған, скульпторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук, ул 2013 йылда Өфөлә лә бөйөк шағирҙың исемен мәңгеләштергәйне. Тантанала республика башлығы скульпторҙы "Халыҡтар дуҫлығы ордены" менән бүләкләне. Шул уҡ ваҡытта Мостай Кәримдең ҡәләмдәше, яҡын дуҫы, Татарстандың халыҡ шағиры Ренат Харисов Салауат Юлаев ордены кавалеры булды
Өркөтөлгән ҡырағай аттар һымаҡ, Уйҙарым шул яҡҡа саптылар... Мостай Кәрим ижадында ат образы ҙур урын биләй. Һәйкәлдә лә изге йән эйәләре кәүҙәләндерелә
Татарстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ һәйкәл янында өҙҙөрөп ҡурайын уйнаны, күкрәк киреп бейене. Шағир янында йыйылып, улар шиғри кисәләр, мәҙәни саралар уҙғарырға йыйына.
Һәйкәл биләмәһендә төҙөлгән сквер ҙа хәҙер Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Ҡазан үҙәгендә, Ырымбур тракты менән Даурская урамы киҫелешендә туристик маршрут өсөн ҡыҙыҡлы һәм ғәжәйеп урын барлыҡҡа килде. Беҙҙең өйҙөң йәме, шағирҙың һүнмәҫ рухы бында.
Гөлназ Хәйбуллина.