Башҡортостан менән Татарстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр бар

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Радий Хәбиров Рөстәм Миңлеханов менән эшлекле осрашыу барышында билдәләне.

Сарала ике төбәктең дәүләт власы органдары вәкилдәре лә ҡатнашты. Иҡтисад, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә республикар араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу бурысы ҡуйылды. Башҡортостан башлығы Татарстандың 100 йыллығы уңайын ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Радий Хәбиров Татарстанда эш сәфәре барышында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы һәм социаль өлкә үҫеше менән дә танышты. Ҡазандың Кабан күле ярында реконструкцияның икенсе сираты тамамланған, Татарстан президенты Башҡортостан делегацияһына урындағы арт-объекттарҙы күрһәтте. Биләмәлә төрлө концерт, фестивалдәр, спорт саралары уҙғарыла. Бында велосипедта һәм йәйәү йөрөүгә, ял итеүгә барлыҡ шарттар булдырылған.

Күрше төбәктә «Йондоҙлоҡ» ижади һәләтле балалар һәм йәштәр республика үҙәге лә эшләй. Ул 19-сы быуат аҙағында төҙөлгән тарихи бинала урынлашҡан. Быйыл унда реконструкция тамамланған, заманса концерт ҡорамалдары һатып алынған. Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов үҙәкте тамамлаған егет-ҡыҙҙарҙың концертын ҡараны. Татарстан президенты билдәләүенсә, йыл һайын «Йондоҙлоҡ» фестиваль хәрәкәтенә етмеш меңдән ашыу бала йәлеп ителә, уларҙың иң һәләтлеләре сәнғәт донъяһына юл ала.