Күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашҡан өлөшсөләрҙе алдаған компания етәксеһенә хөкөм ҡарары сығарылды

Башҡортостан Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Стройиндустрия” ойошмаһы етәксеһе 3 йылға иркенән мәхрүм ителде. Компания Иглин ауылында өс күп ҡатлы йорт төҙөргә тейеш булған. Бының өсөн халыҡтан алдан аҡса йыйылған. Буласаҡ фатир хужаларын 40 миллион һумға алдағандар.

#иглино #дольщики #прокуратурарб