Инцидент-менеджмент системаһы Минһажев – Революцион урамдарындағы светофор мәсьәләһен хәл итәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баш ҡаланың Минһажев – Революционурамдары тыҡрығы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренһанламаусымашиналар, юлды ҡыҙылсветофорға йүгереп үтеүсейәйәүлеләр... Көн һайынтап ошо урында бер нисә хәүефле авария теркәлә яҙа. Сәбәптәрҙең береһе – трамвай рельсы. Водителдәр тимер аттарын йәлләүҙән тиҙлекте кәметеп йәшел утҡа сығып өлгөрә алмай.

Рельс өҫтөнән үткәндә машиналар боҙола. Светофор ҙа тиҙ тоҡана. Өлгөрөүе ауыр, хәрәкәт көслө. Юлдар ҙа тар, автомобилдәр ике рәт булып ҡыҫылып үтеп ҡалырға тырыша. Хатта, йыш ҡына светофорҙың тыйылған утына үткеләй. Был, әлбиттә, хәүефле.

Юлиә Латипова, автоһәүәҫкәр

Бигерәк тә трамвай боролғанда иғтибарлы булырға кәрәк. Гел ипләп кенә үтергә тырышабыҙ, ҡағиҙә боҙмайбыҙ. Ә автоһәүәҫкәрҙәр йыш ҡына ҡағиҙәләрҙе инҡар итә. Бына әле лә йөк машинаһы юл аша сығып өлгөрмәне. Ул светофор алдында туҡтарға тейеш ине. Шулай йыш ҡына автомобилдәр йәйәүлеләрҙе үткәрмәй...

Наталья Захарова, Өфөлә йәшәүсе

Тыҡрыҡтан алыҫ түгел, мәктәп, студенттар ятағы һәмколледжурынлашҡан. Тимәк, уҡыу йылы башланыу менән был тәңгәлдә хәрәкәт тағы ла көсәйә. Урында йәшәүселәр мәсьәләгә борсолоу белдереп, социаль селтәр аша Совет районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Проблеманы инцидент-менеджментсистемаһы теркәгән.

Инцидентҡа йәйәүлеләр өсөн әлеге участка хәүефле булыуы тураһында хәбәр алыу менән мәсьәләне тикшереүгә ҡуйҙыҡ. Ҡала хакимиәте, коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралыҡтары вәкилдәре менән берлектә ҡарар ҡабул итеп, светофор режимын ҡайтанан ҡараныҡ.

Экспериментрәүешендә светофоррежимына үҙгәрешиндереп, ҡыҙылсигналды оҙағыраҡ яндырырға ҡарарителә. Был автомобилдәргә  йәйәүлеләр хәрәкәте башланғансы юлдан үтепҡалыумөмкинлеген бирә.

Инцидент – менеджмент системаһы эшләй башлағандан алып республикала система светофорға бәйле 41 мөрәжәғәт теркәлде. Уларҙың иң күбе светофорҙарҙың нисек эшләүенә ҡағыла. Һәр мөрәжәғәт контролгә алына.

Дмитрий Черенков, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре

Хәҙер инде был тыҡрыҡ даими күҙәтеү аҫтында. Шул иҫәптән участкала Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре лә тикшереү алып бара. Әгәрҙә күрелгән саралар мәсьәләне хәл итмәһә, икенсе юлдар ҡараласаҡ. Светофорға өҫтәмәйүнәлештәр өҫтәлеүеихтимал.

Рәйлә Күсемханова.