Педагогтар уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһап, яңы маҡсаттар буйынса фекер алышты. Мәғариф проекты сиктәрендә райондың Аҡбирҙе ауылындағы мәктәп заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла.
Шулай уҡ Оло Тәләктә «Үҫеш Нөктәһе» кабинеты ойошторолор тип көтөлә. Кәңәшмә сиктәрендә яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек сараларын ойоштороу, балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау өсөн ҡаралған үҙгәрештәр ҙә иғтибар үҙәгендә булды. Үҙ һөнәрендә яҡшы күрһәткестәргә ирешкән уҡытыусылар рәхмәт хаттары менән бүләкләнде
Флорида Ким.