Сибайҙа үлемесле юл ҡазаһы теркәлгән

Автоинспекциянан хәбәр итеүҙәренсә, мотоцикл йөрөтөүсе Белов урамында бордюрға килеп төкөлгән. Рулдә 17 йәшлек егет ултырған, ул ҡаты имгәнгән һәм авария урынында йән биргән.

Юл полицияһынан хәбәр итеүҙәренсә, үҫмерҙең водитель таныҡлығы булмаған, транспорт сараһының да тейешле теркәлеү үтмәгәнлеге асыҡланған.