Хәрби-тарихи музей төбәкте фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 77 йыллығына арнала. Экспозицияла Бөйөк Ватан һуғышы осоронан меңдән ашыу әйбер урын алған. Стендтарҙың береһе 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына бағышлана. Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт1942 йыл аҙағында тарихҡа Сталинград яуы булараҡ инеп ҡалған операция барышында фашистарҙы ҡамауға алғас, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы дошман тылына рейд яһай. Обливская йүнәлешендә беҙҙең атлылар ҙур юғалтыуҙар кисерә.
#ростов #112кавдивизия