Шағир рухы ҡайтты ауылға

Your browser doesn't support HTML5 video.

Мишкә районында күренекле башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың музейы эшләй башланы. Ҡыйғаҙытамаҡ Бабичтарҙың нәҫел төйәге. Был төбәктә шағирҙың атаһы Мөхәмәтзакир менән әсәһе Сажиҙәбанат ерләнгән. Шәйехзада үҙе лә  тап Мишкә ерендә донъяға ауаз һалған. Музей асыу тантанаһы «Ырыу ағасы» байрамы менән тура килде. Быйыл ул Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды. Шағир төйәгендә БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин булып ҡайтты.

Сәхнәлә «Аҡбуҙат» балалар журналы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә үткәргән «Бабич һүҙе» видеоконкурсы еңеүсеһе Искәндәр Әминев. Шағирҙың ул байтаҡ әҙәрҙәрен яттан белә. Әммә иң оҡшағаны уның «Ҡурайҡайға» шиғыры.

Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан ойошторолған видеоконкурста Башҡортостан һәм республиканан ситтә йәшәүсе кескәй милләттәштәребеҙ ҡатнашҡан. Еңеүселәр «Ырыу ағасы» республика байрамы барышында тәбрикләнде.

Ҡыйғаҙытамаҡ Бабичтарҙың нәҫел төйәге. Ауылдың кәм тигәндә яртыһы шағирҙың фамилияһын йөрөтә, күптәр уның яҡын туғаны. Ауылдаштарҙың ҡайһы берҙәре репрессия йылдарында тап Бабичтың яҡыны булған өсөн эҙәрлекләнгән.

 Бабич исемен шыбырлап ҡына әйткәндә лә уның р»ы яңынан ҡайтырына өмөттө юғалтманыҡ ,-ти мәғариф ветераны Тәнзилә Мөлөкова. Ҡыйҙағытамаҡтар ауыл тирәһендә Шәйехзаданың ҡулъяҙмалары йәшерелеүен дә белә. Бер нисә быуын бала саға уларҙы эҙләп үҫкән.

Шәйехзада Бабичтың музейы ла тап халыҡ көсө менән төҙөлгән. Ул элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан. Экспонаттар араһында боронғо китаптар, шағирҙың ижад юлына арналған мәҡәләләр байтаҡ.

Музейҙағы иң үҙенсәлекле экспонаттарҙың береһе Шәйехзада Бабичтың һеңлеһе Фәсәхәт Бабичеваның үҙ ҡулы менән яҙып ҡалдырған шәжәрә. Нәҫел ағасы 1959 йылда ябай дәфтәр битендә төҙөлгән. Мәғлүмәт башлыса ғәрәп графикаһында

Ҡыйғаҙытамаҡтар төрлө йылдарҙа фиҙаҡәрлек күрһәткән ауылдаштарының исемен дә ҡәҙерләп һаҡлай. Уларҙы мәңгеләштереү маҡсатында «Ырыу ағасы» республика байрамы сиктәрендә һәйкәл асылды.  Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, унан һуңғы осорҙа  ауыл эшсәндәренең хеҙмәт батырлығын сағылдырған трактор постаментҡа ҡуйылды.

Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында үткән «Ырыу ағасы» республика байрамы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған күләмле саралар шәлкеменең тәүгеһе генә.

Шәйехзаданың тормош юлы Башҡортостандың өс районы менән тығыҙ бәйләнгән. Мишкәлә ул донъяға килгән, Дүртөйлө районы Әсәндә быуын нығытҡан. Йылайырҙа шағирҙың ғүмере ҡыйылған. Шуға ла инҡилап йырсыһы, ялҡынлы шағир һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған саралар тап ошо төбәктәрҙә үтәсәк.

Рафиҡ Әхмәтшин.