Был юлы автомобилдәр паркы урта класлы йәмәғәт транспорты менән тулыланды. «Вектор Некст» автобустары баш ҡаланың ихтыяж юғары булған йүнәлештәргә ебәреләсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тотош донъяла ябай булмаған иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан йәмәғәт транспортын яңыртыуҙы дауам итәсәк. Республика етәксеһе яңы техниканы тиҙ арала әҙерләп уҡыу йылы алдынан маршруттарға сығарырға ҡушты.
Йәмәғәт транспортында яңы вектор. Башҡортостанға күпләп һатып алынған «Вектор Некст» автобустарын ысын мәғәнәһендә шулай атарға мөмкин. Быйыл ғына «Башавтотранс» предприятиеһының техника паркы йөҙләгән ошондай автобус менән байытылды. Урта ҙурлыҡтағы йәмәғәт транспорты ҡала өсөн иң ҡулай техника, тип билдәләй водителдәр.
Йәмғеһе быйыл республика 245 төрлө класлы автобус һатып алды. Былтыр автомобилдәр паркы 5 йөҙгә яҡын яңы техника менән байытылғайны. Ауыр иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, йәмәғәт транспорты яңыртылырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Ғөмүмән, төбәк етәксеһе республикала транспорт системаһы үҫешен ул уникаль күренеш тип билдәләне.
Тик бына мәктәп картаһы ғына өмөттәрҙе аҡламаған. Уҡыусыларға таратылған пластик карта универсал иҫәпләшеү сараһы булырға тейеш. Ләкин беҙҙә ул һаманғаса эшләмәй, тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров көнкүреш ҡалдыҡтары эшкәртеүгә тарифтарҙың нигеҙле булыуын да талап итте. Әле халыҡ сүп-сарҙы сығарыу өсөн генә түләй һәм хаҡтар илдә иң түбәне. Тарифтар эшкәртеү өсөн дә алынырға тейеш, тине төбәк башлығы.
Оператив кәңәшмәлә үҙизоляциянан сығыусы предприятиелар һаны ла арттырылды. 1 сентябрҙән Башҡортостанда кинотеатрҙар, балалар секциялары эшләй башлаясаҡ. Шулай уҡ мунса, сауналар асыла. Сиратта театрҙар. Шулай ҙа саманан тыш тамаша йыйыу ҙа хәүефле. Хатта, халыҡ яратып өлгөргән милли кейем көнө лә быйыл онлайн режимда үтә. Шуға ҡарамаҫтан, унда ҡатнашырға теләүселәр артҡандан-арта.
Байрам 11 сентябргә тәғәйенләнгән. Быйыл иһә ул юғары кимәлдә үтер тип көтөлә. Радий Хәбиров һуңғы арала етәкселәр кейгән милли стилдәге пинжәктәрҙең күпләп өлкәндәр, балалар өсөн дә тектереү кәрәклеген белдерҙе.
Айнур Кәбиров.