Президент Рәхимов - «Ағиҙел»дә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әҙәби-нәфис һәм публицистик журналдың сираттағы һаны тулыһынса Ғәлим Хисамовтың Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһындағы документаль романына арналған. 

Бер әҫәрҙең тотош бер һанды биләп баҫылыуы «Ағиҙел» журналы тарихында тәүге тапҡыр. Йәғни, был номер айырым китап төҫөн алған. Журнал коллективы фекеренсә, роман документаль факттарға ла, художество алымдарға ла бай. Унда Башҡортостандың беренсе Президентының йәнле тормошо, эшмәкәрәлеге аша республиканың һәм тотош Рәсәйҙең данлы, шанлы үткәне сағылдырыла. Ә романды бүлеп биреү уҡыусыла урыҡ-һурыҡ тәьҫораттар ҡалдырыуы ихтимал, ә  былай бөйөк шәхестең булмышын, президент Рәхимов башҡарған эштәрҙе бар тулылығында күҙ алдына баҫтырырға мөмкин.

«Президент Рәхимов» документаль романының авторы билдәле яҙыусы һәм дәүләт эшмкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов. Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһында әҫәр ижад итеү теләге уның күңелендә күптән йәшәй, автор романдың төп өлөшөн генә өс йыл тирәһе яҙа, ике йөҙләп тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнә. Ғәлим Хисамов билдәләүенсә, роман документаль, әммә унда нәфис әҙәбиәт ҡанундары ла күҙәтелгән. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртеп алынған, икенселәре шул килеш ҡалдырылған. Был беренсе китап, дауамы буласаҡ, сөнки материалдар күп, ти автор.

Рәмзиә Кәримова.