Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белем көнө менән тәбрикләне

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн Рәсәйҙә яңы уҡыу йылы башланды. Марттан алып өйҙә белем алғандан һуң, ниһайәт, уҡыусылар мәктәпкә барҙы. Быйыл коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү маҡсатында дөйөм мәктәп тантаналары үткәрелмәне. Улар беренсе класс һәм сығарылыш уҡыусылары өсөн генә уҙҙы.

Пандемия шарттарында балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте мәктәптәргә талаптар билдәләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та йәш быуынды һәм уларҙың уҡытыусыларын Белем көнө менән тәбрикләп үҙ теләктәрен еткерҙе.