Яңауылда бөгөн коррекцион мәктәп-интернат сафҡа инде

Һаулыҡ яғынан мөкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн интернаттың яңы бинаһы 2018 йылдың көҙөндә төҙөлә башлай. Был эш Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы башҡарылды. Белем биреү учреждениеһында 190 уҡыусыға мәктәп, бөтә кәрәк-яраҡ бүлмәләре менән 170 урынлыҡ интернат, тышҡы инженер селтәрҙәр, спорт ҡоролмалары бар. Бөгөн коррекцион мәктәп-интернатты асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яңы интернат бер юлы 26 район һәм ҡаланың ихтыяжын ҡәнәғәтләндер тип көтөлә. Белем усағы 100-ҙән ашыу уҡытыусыһы, тәрбиәсе һәм башҡа белгестәр эш урындары менән тәьмин итә.