Республикала 665 меңдән ашыу уҡыусы һәм студент өсөн яңы уҡыу йылы башланды. Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, мәктәптәр беренсе класҡа 55 меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итә.
Эпидемиологик хәлгә бәйле, тантаналы линейкалар 1-се, 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн үтте. Нефтекаманың башҡорт гимназияһынан Зилә Аҙнабаева һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБалтас районы Штәнде ауылы уҡыусылары яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә ҡаршы алырға йыйына. Бөгөн асылырға тейеш белем бирем учреждениеһының ваҡыты үҙгәрҙе. 80 урынлыҡ мәктәп, 40 сабыйға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы урынлашҡан обьектты 11 сентябрҙә асыу планлаштырыла. Мәктәп директоры Лениза Нуретдинова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәктәп “Башҡортостандың 100 йыллығына- 100 обьект” проекты буйынса төҙөлгән.