Республиканың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры яңы миҙгелгә әҙерләнә

Ижади коллектив үҙ тамашасыларына Сыңғыҙ Айтматовтың “Ал яулыҡлы тирәгем” әҫәренә нигеҙләнгән спектакль әҙерләй.

Әнгизә Ишбулдинаның инсценеровкаһында төп ролдәрҙе Гөлшат Ғайсина, Гөлбинә Сафуанова, Зифа Дәүләтбаева, Вадим Ҡлысов башҡара.