Ләкин быйыл А тигән хәреф менән түгел... Кескәйҙәр әлифбанан алда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәнә башланы. Пандемия шулай дәрестәр теҙмәһенә үҙ төҙәтмәләрен индерә. Белем көнө лә быйыл ғәҙәттәгесә тотош мәктәп өсөн үтмәне. Линейкала беренселәр һәм ун беренселәр генә ҡатнашты. Эпидемиологик шарттарҙа уҙған байрам тантанаһынан БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.
Йүгермәҫкә, ҡул күтәреп кенә өндәшергә, парта артында ипле ултырырға, яҡшы уҡырға тигән өгөт-нәсихәттәр хәҙер башҡаса яңғырай. Ата-әсәләр балаларҙы тиҫтерҙәреңә яҡын йөрөмә, артыҡ аралашмаҫҡа, дәрестәргә битлек кейеп кенә ин, тип өндәй.
Һәм был һабаҡтар урынлы. 160 лицейҙың тантаналы линейкаһы ла быйыл бығаса булмағанса оҙаҡҡа һуҙылды. Сара ҙур эшләнгәнлектән түгел, ә балаларҙы өс төркөмгә бүлеп байрамды ла бер нисә ҡабат уҙарыуға бәйле.
Нисек кенә булмаһын баланың тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөн билдәләмәй мөмкин түгел, ти тәжрибәле уҡытыусылар ҙа. Сабыйҙарын ҡыңғыраулы мәктәп йылдарына оҙатырға хатта ауылдарҙан олатай-өләсәйҙәр ҙә килгән.
Баш ҡаланың Колгуев микрорайонындағы белем усағына 250 бала беренсегә уҡырға бара. Быға тиклем сабыйҙарҙың күплеге уҡытыусыларҙы ҡыуандырһа ғына, хәҙер иһә параллель кластар артыуы өҫтәмә йөкләмә. Дәрестәр бер ваҡытҡа өйөлмәһен өсөн теҙмә өҫтөндә баш ватырға тура килде, ти мөғәлимдәр.
Линейканан һуң әле генә балалар баҡсаһын ҡалдырған сабыйҙар тәүге тапҡыр парта артына ултыра. Беренсе дәрестәр ҙә хатта хәүефһеҙлек тураһында. Таҡта алдында ла уҡытыусы урынына форма кейгән ағайҙар. Өлкән кластар иһә тәүге дәресте бөтөнләй интернет киңлектәрендә уҙғарҙы. Иртәгәнән иһә улар ҙа парта артына ултырасаҡ. Ләкин үткән уҡыу миҙгелендәге кеүек түгел. Дистанция һаҡлап...
Айнур Кәбиров.