Ҡыйғы районы үҙәгендә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, авария алдынан «Лада Приора» автомобиле водителе полиция хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға теләгән булған. Әммә юғары тиҙлектәге транспорт сараһы Ленин урамы боролошонда юл ситендәге ағасҡа бәрелә.

Фажиғәле осраҡ буйынса дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә. Һәләк булыусыларҙың шәхестәре асыҡланған.