Башҡортостандың 150 мәктәбенә сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн 200 контейнер тапшырылды

 Был турала республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдерәләр. Сентябрь аҙағына тиклем бындай контейнерҙар менән тағы 250 белем усағы тәьмин ителә.

2021 йылда барлыҡ мәктәптәрҙә лә сүп-сарҙы айырып йыйыу ойошторола. Проект операторы – республика балалар экология-биология үҙәге.