100 йәшлек ветеранды үлтереүсе енәйәтселәр ҡулға алынды

Ҡот осҡос хәл июль айында Ҡыйғы районында теркәлә. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһында ҙур аҡса барлығын белгән енәйәтселәр, төнөн ветеран йәшәгән йортҡа инә һәм уға һөжүм итә.

Ғәйепселәрҙе асыҡлау эшен Башҡортостан эске эштәр министры Роман Деев шәхси контролдә тота. Енәйәттә ғәйепләнгән ике ир ҡулға алынған, аҡса табылған. Енәйтселәрҙең береһе –күрше төбәктән, икенсеһе Башҡортостандан булған.