Ҡуштау махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан ителде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе төҙөү тураһындағы Республика Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, һирәк осраусы үҫемлек һәм хайуандар төрҙәрен, шулай уҡ уникаль тәбиғәт күренешен һаҡлау маҡсатында Ҡуштау шиханы республика әһәмиәтендәге «Ҡуштау» махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан ителде. Ҡарар менән махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана.