11 көн дауамында барасаҡ сара бөгөн Нефтекама ҡалаһында асыла. Концерт программаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина менән бергә илдең алдынғы ижади коллективтарының сығышы, оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни осрашыуҙар көтөлә. Мәҙәни майҙансыҡтарға халыҡ йырҙары жанрында эшләүсе урындағы үҙешмәкәр һәм профессиональ ансамблдәр ҙә ҡушыласаҡ. Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә ҙур концерт программаһы көтөлә. Ул 11 сентябргә билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин.