Улар төрлө йылдарҙа, төрлө сәбәптәр менән Башҡортостандан Татарстанға юл алған, ошонда төпләнгән. Тап уларҙың яҙмышына – сит ерҙә башҡорт рухын күтәреү, берҙәм булыу бурысы һалынған..
Йөҙҙәрендә йылмайыу, ә шулай ҙа күңелдәре тулы һағыш. Йәшлек йылдарынан уҡ улар тыуған тупрағынан айырылып, иңдәренә оло яуаплылыҡ алған. Кама йылғаһының һул яҡ ярында сәнәғәт предприятиеларын төҙөү. Ҡыҫҡа ғына эш командировкаһы оҙайлы туҡталышҡа әйләнгән.
Башҡорттарҙың Түбәнге Кама һәм Яр Саллыла күпләп тупланыуы уҙған быуаттың 60-70-се йылдарындағы хеҙмәт миграцияһына бәйле. Нефть химияһы комбинаты, «Камаз» заводы төҙөлөшөндә ҡатнаша яҡташтарыбыҙ.
Предприятиелар менән бер рәттән урында торлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары күтәрелә. Ҡала инфраструктураһы үҫешә. Йәшләй генә эшкә килгән егет-ҡыҙҙарҙың күбеһе бөгөн хаҡлы ялда. Теүәл утыҙ йыл элек Рита менән Ришат Ғәтиәтуллиндар ҙа Салауат ҡалаһынан Татарстанға күсенә. Торлаҡ хужалығы өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт юлын үтә улар. Ғаиләне башта ойошманан хеҙмәт фатиры бүленеүе ҡыҙыҡһындырған. Унан һуң үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ҙур йорт һалып сыға... Байғол керәшен ауылы һаналһа ла, бында урам тулы башҡорттар.
Түбәнге Кама районында ҡырҡ милләт халҡы йәшәй. Башҡорттар «Урал» милли-мәҙәни автономияһына берләшкән. Йәмәғәт ойошмаһы 21 йыл элек барлыҡҡа килгән. Яҡташтарыбыҙ туғандаш республикала фольклор ансамблдәр, бейеү коллективтары ойоштороп, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалап ғүмер итә.
Халыҡтар дуҫлығы йорто. Бында милләт-ара татыулыҡҡа нигеҙ һалынған... Татарстанда йәшәүсе башҡорттарҙы берләштергән изге урын. Бишек, тирмә, ҡурай моңдары...
Ғәли Хәсәнов Татарстан башҡорттарын берләштереп, уларҙы ил кимәлендәге төрлө фестиваль-конкурстарға сығара. Шул уҡ ваҡытта автономия етәксеһе әүҙем йәмәғәт эшенән тыш, табип һөнәренә лә тоғро ҡала. Аҡ еләнде аҡ халатҡа алмаштырып, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы ауырыуҙарын дауалай. Кабинет стенаһына эленгән «Гиппократ анты»ның саф башҡорт телендә яҙылған булыуы ла тыуған яҡҡа сикһеҙ һөйөү билдәһе.
Татарстанда йәшәүсе яҡташыбыҙ Әнисә Хәсәнова ла һөнәре буйынса фельдшер, тимер юлы поликлиникаһында эшләй. Буш ваҡытын ул «Шишмә» халыҡтар дуҫлығы йортонда үткәрә. «Гөлнәзирә»фольклор ансабленең алыштырғыһыҙ солисы. «Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанда тыуған яҡҡа булған һағыныу хистәре баҫыла»,-ти Ишембай ҡыҙы
Яр Саллыла башҡорт мәҙәниәтен һөйөүселәр «Шоңҡар» йәмәғәт ойошмаһына берләшкән. Рәмилә Йосопова ағинәй дәрәжәһендә. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, үткер гүзәл зат. Алтын бөртөкләп йыйылғандай, милләттәштәрен дә ул берәмләп эҙләп табып туплай.
Милли кейем, биҙәүестәрҙә ҡыҙҙар ҡурсаҡтай матур, мөләйем. Бер йыл элек ойошторолған «Гөрләүек» башҡорт бейеү ансамблендә тиҫтәнән ашыу үҫмер шөғөлләнә, араларында төрлө милләт вәкилдәре. Хореограф Клара Ишкилдина сирек быуаттан ашыу Күгәрсен районы Мораҡ ауылы сәнғәт мәктәбендә эшләгән. Яр Саллыға күсенгәс тә, ул тыуған төйәгенә, һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, сәхнәлә ҡала, оҫталығын балалар менән бүлешә.
Балалар бейеү хәрәкәттәрен тиҙ генә отоп ала. Күҙҙәрендә осҡон уйнай... «Шишмә» халыҡтар дуҫлығы йортонда улар милли йолалар, ғөрөф-ғәҙҙәттәр ҙә өйрәнә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса бушлай дәрестәр ала. Йәкшәмбе класында аҙнаһына биш тапҡыр фәһемле осрашыуҙар үтә.
Ҡәләм оҫталары иһә «Аманат» әҙәби берләшмәһенә йөрөй. Яҡташтарыбыҙ былтыр Башҡортостандың йөҙ йыллығы уңайынан китап баҫтырған. Егерме автор шиғри юлдар аша тыуған төйәген данлай.
Урал тауҙары һыртында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ғорур образы. Уйға батып, киләсәккә өмөтлө ҡараш ташлаған ул. Татарстан йөрәге - Ҡазанда асылған һәйкәл әҙиптең тормош юлын һәм ижадын сағылдыра. «Оҙон-оҙон бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме» - ҡәләм оҫтаһының мәңге һүнмәҫ рухы бында.
Уйҙары өркөтөлгән ҡырағай аттарҙан да етеҙерәк, ҡыйыуыраҡ була. Аҡыл эйәһе булараҡ халыҡ күңелен яулай ул. Монументаль композицияла яралы һалдат та һынландырылған. Яу яланында шағир йөрәге снаряд ярсығына бирешмәй. Иҫән ҡала. Остаз ҡорал менән генә түгел, һүҙ менән дә дошманға ҡаршы сыға.
Мостай Кәрим бөгөн таңдан алып күкрәгенән ҡоштар осора... Һәйкәлгә башҡорт һәм рус телдәрендә әҙиптең билдәле әҫәрҙәренән өҙөктәр уйып яҙылған. Китап биттәре әйтерһең дә, бар йыһанға таралып ташҡа әйләнгән. Быуында быуынға күсер мираҫ булып.
Ҡыҙыл раузалар – хөрмәт һәм ихтирам билдәһе. Һәйкәлде асыу тантанаһында шағирҙың балалары, ҡәләмдәштәре, билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында монументаль композицияның ике республика араһында мәңге ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ символы булыуын билдәләне
Былтыр Башҡортостандың йөҙ йыллығында Өфөлә Татарстандың халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡайға мөһабәт һәйкәл асылғайны, ниһайәт,Ҡазанда ла байрамса кәйеф хакимлыҡ итә. Тантана туғандаш республика бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылаған мәлгә тура килде.
Һәйкәл бронзанан ҡойолған, скульпторы - Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук, ул 2013 йылда Өфөлә лә бөйөк шағирҙың исемен мәңгеләштергәйне.
Тантанала республика башлығы скульпторҙы «Халыҡтар дуҫлығы ордены» менән бүләкләне. Шул уҡ ваҡытта Мостай Кәримдең ҡәләмдәше, яҡын дуҫы, Татарстандың халыҡ шағиры Ренат Харисов Салауат Юлаев ордены кавалеры тип танылды.
Татарстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ һәйкәл янында өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаны, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы, күкрәк киреп бейене. Шағир янында йыйылып, улар шиғри кисәләр, мәҙәни саралар уҙғарырға ниәтләй.
Һәйкәл биләмәһендә төҙөлгән сквер ҙа хәҙер Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Ҡазан үҙәге – Ырымбур тракты менән Даурская урамы киҫелешендә туристик маршрут өсөн ҡыҙыҡлы һәм ғәжәйеп урын барлыҡҡа килде. Былтыр ҡаланың яңы микрорайонында ла шағирҙың исеме мәңгеләштерелгәйне. Был урамдан үткән дә лә Башҡортостан өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна.
Тиҙҙән Татарстандың баш ҡалаһында тағы ла бер иҫтәлекле урын булдырыла. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтхан Ҡулаев йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыу мәсьәләһе ҡарала. Тарих биттәренә ул Башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы, тәүге Башҡорт хөкүмәте рәйесе, алфавитҡа нигеҙ һалған ғалим булараҡ ингән.
Татарстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ Мөхәмәтхан Ҡулаевтың тормош юлын, ғилми эшмәкәрлеген ентекле өйрәнеп, китап итеп баҫтырырға ла ниәтләй. Хәйер, Ҡазанда башҡорт рухы мәңге һүнмәҫ төҫлө. Ике милләт араһында сиктәр юҡ, дуҫлыҡ ептәре йылдан-йыл нығый ғына.
Гөлназ Хәйбуллина.