Ғүмер хаҡы – 160 миллион һум

Your browser doesn't support HTML5 video.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе бер йәшлек Маргаритаға беренсе типтағы арҡа мейеһе мускулдары атрофияһы диагнозы ҡуйылған. Ҡатмарлы сирҙе дауалау өсөн укол хаҡы 160 миллион һум тирәһе тора. Сумма доллар хаҡы менән үҙгәрә. Ҡиммәтле препарат беҙҙең илдә теркәлмәгән, шуға ғәҙәттә уны аҡса йыйып һатып алалар.

Маргарита ултыра ла, аяғына баҫа ла алмай. Әсәһе ярҙамы менән генә хәрәкәтләнә. Ятҡанда ла, ҡабырғаһына үҙе әйләнмәй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе бер йәш тә ике айлыҡ ҡыҙға ҡурҡыныс диагноз ҡуйылған. Әле саҡ йәшәй башлаған балала арҡа мейеһе мускулдары атрофияһы.

Диагноз сабыйға һигеҙ айлыҡ сағында ҡуйылған. Әсәһе ҡыҙының үҫеше тотҡарланыуын һиҙә һәм уның сәләмәтлеген тикшертә. Сир гендар мутацияһына бәйле. Ғәҙәттә дефектлы ген йөрөткән ата-әсәнән сирле бала тыуа. Белгестәр бындай балалар ике йәшкә тиклем дә йәшәй алмай, тигән фекерҙә.

Шулай ҙа, өмөт бар. Атрофияны Рәсәйҙә теркәлмәгән Золгенсма препараты менән дауалап ҡарайҙар. Баланың ауырлығы 21 килограмға еткәнсе һәм мөмкин тиклем иртәрәк эшләнгән укол мускулдар тарҡалыуын туҡтата тигән өмөт бар. Сир көндән-көн ҡыҙҙың сәләмәтлеген ҡаҡшата. Мускулдар атрофияһы һуңғы сиктә үпкәләрҙе ҡыҫып, тын алырға бирмәй үлемгә килтереүе ихтимал.

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә үҙ аллы 160 миллион һум аҡсаны туплай алмай. Анастасия төрлө предприятиеларға мөрәжәғәт итеп ҡараған, Ишембайҙағы хәйриә фонды ярҙамында ике миллион һум тирәһе аҡса йыйылған. Баланың сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем 3434 һандарына «платеж Рита 500» йөкмәткеһе менән смс хәбәр ебәреп ярҙам итә ала. 500 иғәнә күләме. Аҡсаны шулай уҡ ата-әсәнең банк иҫәбенә күсерергә була. Маргаритаға бергәләп ярҙам итәйек. Сөнки был донъяла кеше ғүмеренән дә ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ.

Рәмилә Исмәғилева.