Башҡортостанда штраф түләмәгән 40 кеше иркенән мәхрүм ителгән

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, августа 540 водитель һәм йәйәүле яуапҡа тарттырылған. Уларҙың штраф буйынса бурысы йыйылған. Ҡануниәткә ярашлы, штрафты 60 көн дауамында түләргә кәрәк. Юғиһә, уны икеләтә ҡайтарырға тура киләсәк йәки 15 тәүлеккә тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

#штраф #гибддрб