Башҡортостанда ауыл халҡына газды бушлай үткәрергә тәҡдим ителә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошоға бәйле закон проекты өйрәнелә. Йортто газға тоташтырыу 100 мең һумғаса барып баҫа. Ауыл халҡы иңенә ул ауыр йөк булып ята. Республикала айырым төркөмгә ҡараған граждандарға сертификат бирелә. Уның буйынса йортҡа газ үткәрелә.

#госсобраниерб #газ