Уны 2021 йылдың авгусында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Яңы мәктәп баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә урынлаша. Балалар баҡсаһы һәм спорт үҙәге лә бер ҡыйыҡ аҫтына берләштерелгән. Учреждение 1 мең 600 балаға иҫәпләнә һәм 25 мең квадрат майҙанды биләй. Инорс биҫтәһендә 75 мең самаһы кеше йәшәй.