Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария баш ҡаланың Цюрупа урамында булған. “Ман” йөк автомобиле юл аша сығып барған пенсионерҙы тапаған. Рулдә 27 йәшлек Силәбе егете булған. Ханым дауаханаға оҙатылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ял көндәрендә республика юлдарында рейдтар үтә. Башҡортостанда шулай уҡ “Иғтибар, балалар!” профилактик операцияһы дауам итә.