Иглин районы Аҡбирҙе ауылында «Ҡала мөхите» проекты сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре алып барыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Быйыл Газпром урамында аллея булдырыла. 1 саҡрым 400 метр арала йәйәүлеләр өсөн юл һалына, уның киңлеге өс метр буласаҡ. Әле билдәләнгән участкала бордюрҙар ҡуйыла, ртабан подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре асфальт түшәй башлай. Биләмәлә велосипедта йөрөү өсөн дә айырым зона ҡаралған.

Аллеяла төҙөкләндереү эштәре сентябрҙә тамамланырға тейеш. Төҙөлөш графикка ярашлы бара. Биләмәне йәшелләндереү планлаштырыла, эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡорамалдары, видео күҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Ауыл үҙәгендә ғаилә менән саф һауала ял итеүгә уңайлы мөхит булдырыла.

Гөлназ Хәйбуллина.