Башҡортостанда атай һәм әсәйҙәр мәктәптә ашатыуҙы баһалай ала

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә балаларҙы ашатыу мәсьәләһе ҡаралды. Ҡайһы бер ата-әсәләр мәктәптә туҡландырыу сифатына дәғүә белдергән. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, һәр мәктәптә ашатыу ойошторолған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ата-әсәләрҙе ашатыу сифатын баһалаған төркөмгә йәлеп итергә саҡырҙы. “Дәғүәләр булған ваҡытта, һәр осраҡты айырым тикшереп хәл итергә кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса дәүләт комитетында мәктәптә ашатыу буйынса ҡыҙыу бәйләнеш булдырылған. Ведомство рәйесе Алексей Гусев әйтеүенсә, уҙған аҙнала бөтә кластар өсөн ашатыу ойошторолған, балалар ризыҡтан баш тартмаған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ҡыҙыу бәйләнеш телефоны – 8-347-292-11-52. Шылтыратыу эш көндәрендә ҡабул ителә.

#хабиров #оперативка #питание