Башҡортостанда 323 уҡыусы дистанцион форматта уҡыуға күсте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Республика башлығы билдәләүенсә, сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында вакцина яһатыуға иғтибарҙы арттырыу мотлаҡ. Әле бөтәһе 9 мең кеше грипптан прививка эшләткән. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.

Коронавирусҡа бәйле, дистанцияла уҡыуға күсеү Ишембай, Мәләүез һәм Иглин райондарында теркәлгән. Белгестәр әйтеүенсә, сир асыҡланған осраҡта мәғлүмәт ике сәғәт эсендә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығына һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына еткерелә. Ауырыу менән бәйләнештә булғандар, шул иҫәптән уҡытыусы ла дистанцион режимға күсә. Балалар баҡсаларында ла ошондай уҡ система ҡаралған. Республика башлығы вакцина яһатыуҙың мөһимлеген дә билдәләне. Әле туғыҙ мең кеше гриппҡа ҡаршы прививка эшләткән.

Дөйөм алғанда, республикала хәл тотороҡло тип әйтергә мөмкин, тормош үҙ яйына инә. 26 сентябрҙә  ҡала-райондарҙа «Йәшел Башҡортостан» акцияһын уҙғарыу ҡаралған. Бынан тыш, ауыл хужалыҡтары ла быйыл һуңғы ун йылда булмағанса мул уңыш йыйып алырға ниәтләй, һандар теле менән әйткәндә, бураларға 4 миллион тонна тирәһе ашлыҡ һалыу планлаштырыла.

Тағы бер яңылыҡ – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға ҡағыла. Әлеге ваҡытта сүп-сарҙы сығарыу күп ҡатлы йорттарға – 70, шәхси секторҙа 35 һум тип билдәләнгән. Әммә был сумма иҡтисади яҡтан нигеҙһеҙ, сөнки төбәк операторҙарына эш сифатын яҡшыртыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, һаҡлау комплекстары төҙөү өсөн финанс сығымдар талап ителә.

Радий Хәбиров сүп-сар айына бер тапҡыр сығарылған төпкөл ауылдарҙа сумманы айырым билдәләү бурысын ҡуйҙы. Йәғни, хаҡ күрһәтелгән хеҙмәткә ҡарап, йәғни факт буйынса ҡуйылырға тейеш. 

Рәмзиә Кәримова.