«Йондоҙло»ға яңы балалар баҡсаһы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Иглин районы үҙәгендәге яңы биҫтәлә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлә. Уны быйыл октябрҙә сафҡа индереү күҙаллана. Мәғариф усағы биләмәһен тәртипкә килтереү маҡсатында сиҙәм сәселгән, мең 800 төп емеш ҡыуағы һәм 100-ҙән ашыу ҡайын үҫентеһе ултыртылған.

Йәйәүлеләр һуҡмаҡтарын асфальтлау, стеналарҙы биҙәү башҡарыла. Ясли төркөмдәренә ҡараған блокта линолеум түшәлгән һәм янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйылған. Иглин ауылы «Йондоҙло» биҫтәһендәге яңы балалар баҡсаһы 260 урынға иҫәпләнгән, шуның яҡынса яртыһы ясли йәшендәге сабыйҙарға бүленгән. Киләһе йыл балалар баҡсаһы янындағы майҙанда яңы мәктәп төҙөлөшөн башлау күҙаллана.

Әле 1225 урынлыҡ мәктәп өсөн ер майҙаны бүленгән. Ҡайтанан ҡулланылған проект өсөн аҡсаны  район хакимиәте күсерҙе. Документтарҙы юллау тамамланып килә. Йыл аҙағына талап ителгән ҡағыҙҙарҙы республика хөкүмәтенә тапшырып, киләһе йыл төҙөлөштө башларға ниәт бар.

Шамил Ғабдуллин, Иглин районы мәғариф бүлеге етәксеһе

Рафиҡ Әхмәтшин.