Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында яңыртылғандан һуң мәҙәниәт йорто сафҡа инде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Милли проект сиктәрендә бина төҙөкләндереү эштәренән тыш, яңы мебель, музыка һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, сәхнә костюмдары менән йыһазландырылған. Ауыл мәҙәниәт йортона оло быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа теләп йөрөй.

Бөгөн унда 8 түңәрәк эшләй. «Йәнтүбәй» башҡорт халыҡ театры төбәктә иң өлгөлө коллектив булараҡ билдәле.

Азат Ғәлиуллин.