Республика Хөкүмәтендә уҙған “Төҙөлөш сәғәте”ндә авария хәлендәге торлаҡтар мәсьәләһе ҡаралды

Ултырыш һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса биналарҙы тикшереү башланырға тейеш. Бынан тыш авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән граждандарҙы күсереү мәсьәләһе лә ҡаралды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров 2 аҙна эсендә был һорауҙы ентекле өйрәнергә һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушты.  Алданған өлөшсөләр проблемаһын 2023 йылға тиклем хәл итеү бурысы ҡуйылды.