Бөгөн Өфөнөң Киров районы суды Элина Сомоваға хөкөм ҡарары сығарҙы.
Ҡатын 2009 йылдан 2018 йылға тиклем балаларына ҡарата көс ҡулланыуҙа, һеркә кислотаһы менән клизма ҡуйыуҙа, һалҡын душта ҡойондороуҙаа һәм ризыҡтан сикләүҙә ғәйепләнә. Шаһиттар ханымдың ҡылыҡтарын «Радастея» ойошмаһында ағза булып тороуына, уның талаптары буйынса үҙенең ике һәм тәрбиәгә алынған ике баланы ла ошо төркөмгә ылыҡтырыуға бәйләй.
Интернет ҡулланыусылар әсәне сектант тип атай. Әммә суд хөкөм ҡарарын сығарғанда был деталде иҫәпкә алмай. Элина Сомова ғәйепле тип таныла, ул һынау срогы менән шартлы рәүештә 4 йылға иренән мәхрүм ителде. Ғәйепләнеүсенең адвокаты Киров районының суд ҡарарына ҡаршы ялыу бирергә ниәтләй.
Әлфинә Килдейәрова.