Башҡортостанда ололар өсөн капиталь ремонтҡа компенсация 2023 йылғаса оҙайтыла

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошондай закон проекты ҡабул итергә ниәтләй. Яңғыҙ йәшәгән ололарға капиталь ремонт өсөн компенсация 2016 йылда ҡабул ителде.

Аҙаҡ уны өс йылға оҙайттылар. Ҡануниәткә ярашлы, 70 йәштән өлкәндәр ярты хаҡ түләй, ә 80 йәштән ололарҙан капиталь ремонт өсөн алынмай.