Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса округта алдынғы

ДОМ.РФ аналитика порталынан хәбәр итеүҙәренсә, Волга буйы федераль округы төбәктәрендә 14 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Башҡортостан, Татарстан һәм Һамар өлкәһендә күрһәткестәр айырыуса юғары. Быйыл ете айҙа беҙҙең республикала 1 миллион 200 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө.