Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина дәғүә итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Салауат Юлаев премияһына дәғүә итеүселәр исемлеге менән таныштырыуын дауам итә. Әҙәбиәт өлкәһенән Тәнзилә Дәүләтбирҙина «Көҙгө алмалар» тип исемләнгән китабы өсөн дәүләт премияһына тәҡдим ителгән. Унда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Аманат» поэмаһы, шиғыр һәм хикәйәләр ингән.

Үҙен талантлы шағирә, драматург, яҙыусы, тәржемәсе итеп танытҡан замандашыбыҙҙың ижады төрки халыҡ әҙәбиәтендә лә яҡшы таныш. Әҙибәнең күп кенә конкурстар лауреаты булып танылыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Ул үҙ ижады менән Башҡортостанды сит илдәрҙә лайыҡлы таныта.

Азат Ғәлиуллин.