Милли проект буйынса ремонтланған юл участкалары тикшерелә. Бөгөн Благовещен – Павловка трассаһында юл лабораторияһынан федераль эксперттар пробалар алды.
Махсус ҡоролма яңы ғына түшәлгән асфальт ҡатламын утын бысҡан һымаҡ киҫә. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә кәрәкле киҫәктәр соҡоп сығарыла. Уларҙы артабан юл лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре Ырымбурға алып китәсәк.
Быйыл йәй башында ғына юл участкаһы ошонда хәлдә булған. Благовещен яғынан Павловкаға автомобиль ағымы көслө. Юлдың ике саҡырым участкаһы йәй айҙарында ремонтланған, әле юл билдәләрен һыҙырға ғына ҡалған. Юлсылар әйтеүенсә, ул яңы технология - суперпейф алымы менән башҡарылған. Һуңғы йылдарҙа ҡулланыла башлаған технология буйынса асфальт ҡатламын оҙағыраҡ хеҙмәт итә, тип белдерәләр. Ремонт өсөн 25 миллион һум аҡса тотонолған.
Юл кимәле дөрөҫмө, сите тығыҙланғанмы, билдәләр ҡуйылғанмы – ремонтланған участка күп параметрҙар буйынса тикшерелә. Федераль эксперттар әйтеүенсә, ғәҙәттә, улар етешһеҙлек тапмай. Кире осраҡта яңы ғына түшәлгән асфальтты фрезировка менән аҡтарып сифатлы итеп һалырға тура килә.
Быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса республикала 101 объектта эш алып барыла, был маҡсатта 7 милиард һум аҡса бүленгән.
Рәмилә Исмәғилева.