Күмертау ҡалаһының Салауат һәм Ғафури урамдарында йорт ихаталарын төҙөкләндереү тамамланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Иң яҡшыһы балаларға. Күмертау ҡалаһының Салауат һәмҒафуриурамдарында йорт ихаталарын төҙөкләндереү тамамланды. 

«Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә йорт  алдарында асфальт яңыртылған, парковка урындары эшләнгән, шулай уҡ балалар өсөнйомшаҡ ҡатламлызаманса майҙансыҡ төҙөлгән. Былтыр Күмертауҙа 12 йорт ихатаһы яңыртылған булған. Был юлы проектты тормошҡа ашырыу өсөнмайҙандары берләшкән торлаҡтар һайланған. Был инде төҙөкләндереү эштәрен комплекслы башҡарыу мөмкинлеге биргән. 

Йорт ихаталары бик насар хәлдә ине. Шуға ла проектта еңеп сығыуыбыҙға шатбыҙ. Башҡорт ихаталары программаһы булмаһа, төҙөклөндереү эштәре оҙайлы йылдарға һуҙылыр ине.

Александр Крышко, идарасы компания директоры

Гөлдәриә Йосопова.