Республика Үҙәк һайлау комиссияһы һаҡлыҡ саралары буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән. Быйыл 13 сентябрҙә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә ике округ буйынса парламентҡа депутаттар һайлана.
Республикала шулай уҡ урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлау үтә. Һайлаусылар ҡала, район һәм ауыл советтарына депутаттар өсөн тауыш бирә.