Уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Ырымбур казак ғәскәрҙәре, ДОСААФ һәм Тәфтиш комитеты вәкилдәре етәкләй. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Автомат менән күнекмәләр, ҡоралды нисек тоторға, атыу өсөн уңайлы тороштар. Быларҙың барыһына ла уҡыусылар мәктәп кабинетында өйрәнә. 10-сы синыфта уҡыған Алһыу Йәнгирова былтыр Ҡыҙыл беретҡа эйә була.Уны йөрөтөү хоҡуғын алыу өсөн ҡыҙ ГТО нормативтарын тапшырып төрлө һынауҙар үтә. Уңышҡа өлгәшеүҙә иң мөһиме етеҙлек, ти йәш кадет.
100-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы өсөн Октябрьский ҡалаһының 20-се мәктәбе нигеҙендә 4 кадет синыфы асыла. Кластар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе айырым юнармия полкы составына инә. Быға тиклем Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Ырымбур казак ғәскәрҙәре һәм ДОСААФ кластары эшләп килә. Ә бына Тәфтиш комитетының профилле синыфы тәүгә асыла. Унда унынсылар белем ала. Был йүнәлештә кадетсылар өсөн енәйәт кодексы, махсус тактик һәм парашюттан һикереү күнекмәләре буйынса уҡыуҙар ойошторола.
Кадет кластарына уҡырға инеү өсөн уҡыусылар әңгәмәләшеү үтә, ГТО нормаларын тапшыра. Октябрь аҙағында улар хәрби ант биреп махсус форма кейер, тип көтөлә.
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә Юнармия хәрәкәте әүҙемләшә шуға күрә профилле кластар республикала тәүгеһе түгел. Быға тиклем Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында асылған кадет кластары ла уңышлы эшләп килә.
Әлфинә Килдейәрова.