Башҡортостанда «Мәхмүтов уҡыуҙары» ойошторола башлаясаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ул иҡтисад фәндәре докторы, академик Әнәс Мәхмүтов иҫтәлегенә арнала. Ғалим быйыл йәй 90 йәшендә вафат булғайны. Өфөлә Әнәс Хөсәйен улының ғилми эшмәкәрлегенә арналған түңәрәк өҫтәлүтте. Осрашыуҙа дәүләт власы органдары етәкселәре, депутаттар, ғалимдар ҡатнашты. Сара барышында Әнәс Мәхмүтовтың төбәктең стратегик социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө юғары баһаланды.

Салауат Юлаев ордены кавалеры Әнәс Мәхмүтов– 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, фән кандидаттары, докторҙар әҙерләгән шәхес. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының тәүге ректоры була, республикала иҡтисадсыларҙың фәнни мәктәбен ойоштора.

Гөлназ Хәйбуллина.