«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Рәсәй кимәлендәге конкурста өс тапҡыр юғары баһаға лайыҡ булды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был юлы ижади коллективтың «Тамыр ауылда» проекты төбәк һәм федераль телевидениеларынан 550 эш араһынан иң уңышлыһы тип табылды. «Медиабренд» электрон медиа дизайны һәм профессиональ промоушен конкурсында улар өс төрлө номинацияла еңеп сыҡты. Операторлыҡ эше һәм балалар телеканалдары тәҡдим иткән промороликтар араһында беренсе, ә төбәк проморолигында икенсе урын яуланы.

Яҙма Әбйәлилрайоны Рысҡужа ауылында төшөрөлгән. Ижади төркөм геройҙар аша урында йәшәүселәрҙең бер көнлөк тормошон һүрәтләргә тырышҡан. Ауылдың матурлығын, халыҡтың ихласлығын бер минутлыҡ роликҡа һыйҙырған. Ижади эштә эшсе төркөмдөң, бигерәк тә операторҙың оҫталығы ярылып ята.

Азат Ғәлиуллин.