Был хаҡта республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр. “Рекорд” системаһы ярҙамында беҙ төбәк юлдарының дөйөм майҙанын белдек, бынан тыш, һәр юл өсөн яуаплы булған подрядсы ойошма менән тура бәйләнеш булдырылды, был халыҡ мөрәжәғәттәренән сығып, етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә булышлыҡ итә, тине ведомство министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. Юлдағы соҡорҙарҙы цифрлаштырыу быйыл февралдә башланды һәм апрелдә тамамланды. Ярты йыл эсендә соҡорҙарҙың 95 проценты ямалған, системала мең ярымдан ашыу ҡулланыусы теркәлгән.