Башҡортостан Хөкүмәте һәм «СМП Банк» хеҙмәттәшлек итәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ошо туралағы килешеүгә республика башлығы Радий Хәбиров һәм финанс ойошма рәйесе Александр Левковский ҡул ҡуйҙы.  

Башҡортостан Хөкүмәте һәм «СМП Банк» хеҙмәттәшлек итәсәкДокумент төбәктең уңайлы инвестиция мөхитен формалаштырыу, конкурентлыҡ һәләтен, инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген һәм халыҡтың йәшәү кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тота. Атап үткәндә, яҡтар Башҡортостанда заманса банк технологияларын индереү һәм банк инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итергә ниәтләй.

Бынан тыш, муниципалитеттарҙы, юридик һәм физик шәхестәрҙе кредитлау системаһын йәйелдереү планлаштырыла, шул иҫәптән дәүләт ярҙамы механизмын ҡулланып. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар берлектәге эшмәкәрлектең уңышлы һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр тигән ышаныс белдерҙе.